Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

 Салауат ерендә — табындар ҡоро

20 ноября 2021
2
0



Бөгөн Салауат районында Башҡорт тарихы йылы уңайынан Табын (Түбәләҫ) ырыуы йыйыны үтә. Съезда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, тарихсылар, Салауат районы йәмәғәтселәре ҡатнаша.

Ҡунаҡтар иң тәүҙә Урмансы ауылында Сәйетғәлиндәрҙең данлыҡлы этнойортонда туҡталды. Хужа Сафуан Сәйетғәлин урындағы мәҙәниәт йортонда — мөдир, ә уның ҡатыны Лидия — художество етәксеһе. Бында ҡунаҡ булған һәр кем этнойортта нисек матур — башҡортса киң күңеллелек, ихласлыҡ, йомартлыҡ менән ҡаршылауҙарын белә. Икеһе лә милли кейемдә, хужа — ҡурай, хужабикә ҡумыҙ менән. Сафуан Сәйетғәлин оҙаҡ йылдар ҡумыҙсыларҙың «Етегән» халыҡ ансамбленә етәкселек итә, шулай уҡ күптәрҙе ҡурай уйнау серҙәренә төшөндөргән, тыуған яҡты өйрәнеүгә лә етди иғтибар бүлә.

Лидия Сәйетғәлина — ҡул эштәре оҫтаһы, урындағы мәҙәниәт йортонда бейеү һәм хор түңәрәктәрен алып бара, үҙешмәкәр ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡуя, сувенирҙар яһай, буш ваҡыттарында шулай уҡ туҡыу станогы янына ултыра — был күңел талабы. Салауатта ул мәҙәниәт хеҙмәткәре булып оҙаҡ ваҡыт эшләй — 35 йыл. Район биләмәһе геопарк тип иғлан ителгәс, Сәйетғәлиндәр, этнойорт асып, беренселәр рәтендә уның партнерҙары статусын алған.

Матди мираҫ объекты тип танылғанға тиклем был йорт ҡарауһыҙ ҡалған иҫке ауыл өйө була. Сәйетғәлиндәр шундайҙы бер юлы икәүҙе ала: береһе 1950 йылда төҙөлгән, ә икенсеһе — быуат элек, унда ҡасандыр Сафуан ағайҙың ҡартатаһы йәшәгән. Хужалар ремонт эшләгән, ихатаны, урамды тәртипкә килтергән. Өйҙә барыһын да элек нисек булған — шулай һаҡлағандар: иҙән, ҡулдан яһалған йыһаз, ҡул йыуғыстар, ҡашығаяҡ, хатта тәҙрәләрҙе.

Ғөмүмән, этнойорт — боронғонан тергеҙелгән картина. Бында ҙур ғаиләгә иҫәпләнгән мейес тә бар. Уны йылытыр өсөн тышта утын ярып индереп яғаһың. Боронғо сөгөн көршәктә ашарға әҙерләргә, орсоҡ өйөрөлтөргә, бишек тирбәтергә мөмкин. Сигелгән япмалар, алъяпҡыстар — хужабикәнең әсәһенең һәм ҡәйнәһенең ҡул эштәре. Улар ярты быуаттан ашыу үҙ сәғәтен көтөп, һандыҡтарҙа ҡәҙерләп һаҡланған. Ихатала ла барыһы тейешенсә: йәшелсә баҡсаһы, кәзә, ҡоймала — ағас һәнәктәр.

Икенсе йортта — ғаилә музейы. Унда хужаның армиянан кейеп ҡайтҡан кителе, гитара, яуланған наградалар ҡуйылған. Әйткәндәй, Сәйетғәлиндәрҙең улы ата-әсәһенең юлын һайлаған: Сафуан ағай кеүек йырҙар яҙа, гитарала уйнай, ижади телевизион конкурстарҙа тәүге урындар ала, инглизсә яҡшы һөйләшә.

Салауатҡа бөгөнгө сәфәр артабан Мөрсәлимдә дауам итте. Ауылдың мәҙәниәт һәм ял паркында Табын ырыуының «Түбәләҫтәр иле» стелаһы асылды.

Халыҡ оҫталарының күргәҙмәһен, «Табын ырыуы ҡаны аға минең тамырҙарымда!» тип аталған шәжәрәләрҙең исем туйын ҡарағандан һуң йыйын тантаналы асылды. Унда рәсми ҡунаҡтар, ғалимдар, Табын ырыуынан сыҡҡан билдәле кешеләр, Салауат районының тыуған яҡты өйрәнеүселәре сығыш яһаны.
____________
???? Памятный камень рода Тубаляс — символ истории рода

Сегодня в Салаватском районе проходит йыйын (съезда) рода Табын (Тубаляс) в рамках Года башкирской истории.

В мероприятии участвуют представители Всемирного курултая башкир, историки, общественники Салаватского района.

Первая остановка гостей была в селе Урманчино, в знаменитом этнодоме Саитгалтиных. Сафуан Саитгалин работает заведующим в местном доме культуры, а его супруга Лидия — худруком. Все кто когда то побывал здесь в гостях, знают: гостей они умеют встречать — с башкирским радушием, открытостью и щедростью. Оба в роскошных национальных костюмах, он с кураем, она с кубызом.

Сафуан Саитгалин много лет руководит народным ансамблем кубызистов «Етегэн», многих научил играть на курае, всерьез увлекается краеведением.

Лидия Саитгалина — рукодельница, ведет в местном доме культуры танцевальный и хоровой кружки, ставит спектакли самодеятельного кукольного театра, мастерит смешных кукол на сувениры, а в свободное время еще и за ткацкий станок садится — для души. В Салаватском районе она культработник с самым большим стажем — без малого 35 лет. А когда территория района была объявлена геопарком, Саитгалины одними из первых получили статус его партнеров, открыв на собственные средства этнодом.

До того, как стать объектом материального наследия, это была просто старая деревенская изба, брошенная без пригляда. Саитгалины купили сразу два таких дома: одна 1950-х годов постройки, второй и вовсе перевалило за сто, в ней когда-то жил прадед Сафуана-агая.
Сделали ремонт, привели в порядок приусадебный участок и улицу. А в доме все сохранили, как было раньше: полы, вручную деланная мебель, рукомойники, посуда, даже стекла — все подлинное.

В общем, этнодом — это ожившая картинка из прошлого. Здесь же есть печь на пять вьюшек и вделанным прямо в глину казаном, которая рассчитана на большую семью. Тут можно идти во двор, нарубить дров, затопить печь. Можно сварить еду в настоящем старинном чугунке, можно повозиться с веретеном, покачать люльку. Все вышивки в доме — на накидках, покрывалах, фартуках — делали когда-то мама и свекровь Лидии Саитгалиной, больше полувека они бережно хранились в сундуках, ждали своего часа. На дворе тоже все как полагается: огород, коза, деревянные вилы на заборе.

Во втором доме семейный музей — китель, в котором хозяин дома пришел из армии, гитара, награды как отца, так и сына.
Сын Саитгалиных пошел по стопам родителей: как отец, пишет песни, играет на гитаре, занимает первые места на телевизионных творческих конкурсах, свободно владеет английским.

Дальше мероприятие продолжилось в селе Мурсалимкино, в местном парке культуры и отдыха, где состоялось торжественное открытие памятного камня башкирского рода Табын «Түбәләҫтәр иле».

Как известно, еще летом, на съезде рода Табын было принято решение о проведении мероприятий по увековечиванию символов, атрибутов родов и племен башкирского народа. Памятный камень рода Тубаляс — этому яркий пример.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #СалаватскийРайон #БашҡортТарихыЙылы #ГодБашкирскойИстории

  •  Салауат ерендә — табындар ҡоро
  •  Салауат ерендә — табындар ҡоро
  •  Салауат ерендә — табындар ҡоро