Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Кисә 100 йәшен билдәләгәндәр

17 мая 2021
13
0

Хеҙмәт ветераны Кәбирә Иббәт ҡыҙы Хизбуллина 1921 йылдың 15 майында Салауат районының Миндеш ауылында тыуған. Ул - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытының ауырлығын үҙ иңендә татыған кеше. Бүтәндәр ни күргән, ул да шуны күргән, оҙаҡ йылдар колхозда эшләгән.

Ире Ғәлиулла Хизбуллин менән биш балаға ғүмер биреп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫтырғандар, бергә 37 йыл йәшәгәндәр.

Кәбирә Иббәт ҡыҙы "Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәте өсөн", башҡа юбилей миҙалдары менән наградланған.

Йөҙйәшәр тыл хеҙмәткәренең һигеҙ ейән-ейәнсәре, 16 бүлә-бүләсәре бар.

Беҙ ҙә Кәбирә Иббәт ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Балаларының ҡәҙер-хәстәрендә, тыныслыҡта ауырымай-һыҙланмай ҡыуанып йәшәүен теләйбеҙ!

©Башҡортостан гәзите 

  • Кисә 100 йәшен билдәләгәндәр