Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Ғүмерен тыуған ерен һаҡлауға арнаған

3 Июля 2020
3
0
Әғзәм Килдейәр улы Килдейәров 1913 йылда Салауат районының Әлкә ауылында донъяға килә. Ҙур ғаиләлә ағайҙары менән ысын ир-егет булып үҫә ул. 1933 йылда кәләш ала, ғаиләлә мөхәббәт емештәре булып ике ул һәм ике ҡыҙҙары донъяға килә: Радик олатайым, Нура һәм Динә әбейҙәрем, Рәмил бабайым тыуа.

Һуғышҡа тиклем әсәйемдең ҡарт олатаһы бригадир булып эшләй. 1941 йылдың июнендә иң оло ағаһы Саҙретдин, Ғәйнетдин, Зәйнетдин һәм Саҙретдиндың улы Хәлфетдин менән һуғышҡа алына. Бөйөк Ватан һуғышының тәүге йылында, 1 августа уны 28-се гвардия уҡсылар дивизияһына саҡыра­лар. Унда ул өлкән сержант, уҡсылар полкы командирының урынбаҫары була.

1941 йылдың 30 декабрендә контузия ала, ике-өс айға һаң­ғырау ҡала. 1942 йылда ҡаты яралана, госпиталдә ята. Һауыҡҡас, тағы ла фронтҡа китә.

1943 йылдың авгусында Курск өлкәһендә барған алыш­тарҙа, взвод командиры сафтан сыҡҡан мәлдә Әғзәм Килде­йәров, взвод командованиеһын үҙ өҫтөнә алып: “Взвод, әйҙә минең артымдан!” – тип, беренсе булып, яугирҙәрҙе үҙ артынан эйәртеп, дошмандарҙың тран­шеяһына баҫып барып инеп, уны окоптарҙан бәреп сығара. Ул алышта Әғзәм олатай ике автоматсыны ҡыра һәм өсөһөн әсирлеккә ала.

1943 йылдың ғинуарында ауыр йәрәхәтләнә, 1945 йылдың мартында батырҙарса һәләк була. Әсәйемдең ҡарт олатаһының һуғыш юлы Салауат районынан башлап Бөйөк Новгородҡа, һуңынан Воронеж, Харьков, Днепр, Витебск, Винница, Одесса, Констанц, Варна, Варшава, Познангә тиклем һалына, ул Еңеүгә бер нисә ай ҡалғас ҡына һәләк була.

Әғзәм Килдейәр улы Бөйөк Ватан һуғышында 70-тән ашыу алышта, беренсе, ун беренсе, егерме етенсе, илле өсөнсө, етенсе гвардия һөжүм итеүсе армия составтарында, ҡырҡ туғыҙынсы, һикһән икенсе уҡсылар полкында, Төньяҡ-көнбайыш һәм Дала фронттары составында һуғыш­ҡан.

Һуғыштан һуң 30 йыл үткәс, үлгәндән һуң, Әғзәм Килдейәр улы Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була. Ошо ҙур награданы уның ҡатынына, әсәйемдең ҡарт өләсәһенә Әминә Килдейә­роваға тапшыралар. Уның ире һуғышта вафат булғас, ул бер үҙе колхозда көндәр буйы эшләп, өс балаһын ҡарап үҫтерә һәм 1994 йылда мәрхүмә була.

Күрәм һине, олатай, бөйөк
күктәрҙә!
Еңеү көнөндә лә, ябай
көндә лә...
Иҫән ҡалмаһаң да, һин –
минең йөрәктә
Төштә лә, иҫтә лә, ошо
һүрәттә...


Автор: Руфина ЛОҠМАНОВА
газета Башкортостан
  • Ғүмерен тыуған ерен һаҡлауға арнаған