Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Матур йорттарҙа йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр

8 Октября 2019
15
0

Рәсәй Хөкүмәте илдәге демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында төрлө саралар уйлап сығара. “Йәш ғаилә” программаһы – ана шундайҙарҙың береһе. “Әсәлек капиталы” ла ошо үрҙә әйтелгән мәсьәләне һәм тағы торлаҡ шарттарын хәл итеү өсөн яҡшы булды.

Салауат районының Ахун ауылында ла дәүләт ярҙамын алып, тормошон яҡшыртҡандар күп. Ағалы-энеле Низамовтарҙың, Фәнзил Нуриевтең, Фәнүр Ишбирҙиндең ғаиләләренә һәм башҡа­ларҙың матур йәшәүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларҙың барыһы ла күп бала тәрбиәләй. Гөрләтеп үҙҙәре төҙөгән матур йорттарҙа йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр, эшләйҙәр, өҫтәүенә ҡура тулы мал, ҡош-ҡорт тоталар.

Ә бөгөн Гөлнара менән Фәнүр Ишбирҙиндәрҙең татыу ғаиләһе тураһында яҙмаҡсымын. Әйткәндәй, уларҙың күптән түгел өсөнсө ҡыҙҙары тыуҙы. Фәнүр – Ахун ауылы егете, ә Гөлнара – Малаяҙ ҡы­ҙы. Гөлнара Малаяҙҙың 1-се урта мәктәбендә белем алған. Артабан ул тегенсе һөнәрен үҙләш­тергән һәм “Янғантау” шифаханаһында хеҙмәт юлын башлаған.

Фәнүрҙең йәшләй генә шофер булып эшлә­гәнендә, яҙмыш юлдары ҡыҙ менән егетте осраштырып, улар яҙҙың матур бер көнөндә никахтарын законлаштырған. 18 йыл бергә йәшәү дәүерендә үҙҙәрен тырыш, уңған, үҙ-ара татыу, сабыр холоҡло ир һәм ҡатын итеп күрһәттеләр. Хәҙер икеһенең дә “Янғантау” шифаханаһында эшләүенә – 20-шәр йылға яҡын. Өлгөлө хеҙмәттәре өсөн маҡтау ҡағыҙҙары менән дә бүләкләнгәндәр.

Йырға-моңға, бейеүгә ғашиҡ Гөлнара ауыл клубында байрамдарҙа сығыш яһарға ла, йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашырға ла өлгөрә. Ишбир­ҙиндәрҙең беренсе ҡыҙҙары Гөлнур әсәһенә оҡшап йыр-моңға ғашиҡ. Ул мәктәп йылдарында уҡ районда ойошторолған конкурстарҙа еңеүҙәр яулап, республика кимәлендәге “Сулпылар” конкурсында ҡатнашып, дипломант исеменә лайыҡ булды. Әле Гөлнур – Мәсәғүт педагогия коллед­жының III курсында, икенсе ҡыҙҙары Гөлнәзирә ауыл мәктәбендә VI класта белем ала.

Ишбирҙиндәр һалған матур, күркәм өйҙөң баҡ­саһында ниндәй генә гөл-сәскә юҡ! Ҡыҙҙар ҙа үҙҙәре үҫтергән сәскә кеүек йортҡа йәм, нур биреп, уңған булып үҫә. Был матур ғаилә ялдарын бергәләп еңел машиналарында тәбиғәткә сыға, сәйәхәт итә, республиканың мөғжизәле урындарын барып күрә.

Ауылыбыҙҙың олоһона-йәшенә берҙәм, татыу, матур йәшәп, бер-береһенә үрнәк, терәк булырға, республика күләмендәге “Матур ауыл”, ”Айыҡ ауыл” кеүек конкурстарҙа ҡатнашырға, еңергә һәм киләсәккә дәрт-ышаныс менән ҡарарға саҡырам.

Салауат районы.
Автор: Адик АСҠАРОВ
газета "Башкортостан"
  • Матур йорттарҙа йәшәйҙәр, тырышып донъя көтәләр