Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Дан һиңә, шағирҙар иле, сәсәндәр ере!

25 Сентября 2019
31
0

Матур башҡорт тирмәһе ҡоролған. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейеме, һауыт-һабаһы, йорт-ҡаралтыһы, өй йыһаздары, һунарсылыҡ, йылҡысылыҡ ҡоралдары ҡуйылған. Уның эргәһендә Мәрйәм инәй балаҫ һуғып ултыра. Ҙур самауыр ҙа ҡайнаған. Милли башҡорт кейемендәге ағинәйҙәр думбыра сиртеп, ҡумыҙҙа уйнап, ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ҡаршы ала. 

Ошо матур күренештәр Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармония алдындағы майҙанда ойошторолдо.

Бында республикабыҙға 100 йыл тулыу айҡанлы “Башҡортостандың тарих биттәре” фестиваль-марафонында Салауат районы сығыш яһаны. Марафон сиктәрендә яҡташтарға, ҡунаҡтарға ауыл хужалығы күргәҙмә-йәрминкәһе, үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының концерты, милли уйындар, төбәктең ҡаҙаныштары тураһында күргәҙмә, фотозона, биҙәү-ҡулланма сәнғәт оҫталарының һабаҡ-дәрестәре тәҡдим ителде. 
Салауат районы бөтә яҡтан да ныҡлап үҫешә. Мәҫәлән, “Янғантау” геопаркы Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО геопарк­тарының глобаль селтәренә индерелде.

Рухлы, моң-йырға ғашиҡ, ҡунаҡсыл салауаттар “Салауат иле, Батыр ере” концерт программаһын бүләк итте. Проектор ярҙамында күрһәтелгән кино таҫмаһында Әй йылғаһы, иҫ киткес хозур тәбиғәт, шулай уҡ райондың мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм сәнғәт өлкәһенең тарихы һәм бөгөнгөһө сағылдырылды. 

Концерт барышында тамашасылар данлы ла, ҡанлы ла тарихҡа сумды. Һәр сығыш батыр рухы, тыуған ергә һәм туған телгә һөйөү менән һуғарылғайны. Крәҫтиәндәр һуғышы, батырыбыҙ Салауат, Совет власы, яңы ауылдар тыуыуы, колхоздар төҙөү, Бөйөк Ватан һуғышында Салауат халҡының геройҙарса һуғышыуы, һуғыштан һуңғы тормош... 

Ошо тарихи күренештәр сәхнәлә йыр, бейеү, видеояҙмалар ярҙамында кәүҙәлән­дерелде. Хозур тәбиғәтле Лаҡлы ауылында тыуып үҫкән Әй һандуғасы, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм халыҡ артисы Ғәлиә Солтанова моңло йырын тамашасыларға бүләк итте. Йәш йырсы, Салауат районының ғына түгел, тотош Башҡортостандың ғорурлығы, “Тауыш. Балалар” федераль проектында ҡатнашыусы, бик күп йыр конкурстары еңеүсеһе Наҙгөл Отузова уҙенең сығышы менән ҡыуандырҙы. “Нур” татар дәүләт театры артистары Рәсимә Ғәйфуллина һәм Альберт Шәрәфетдинов Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһынан өҙөк күрһәтте. Әйткәндәй, Рәсимә Ғәйфуллина Салауат районының Лаҡлы ауылынан. 
Эйе, Салауат районы республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған арҙаҡлы шәхестәргә бик бай. Байыҡ Айҙар сәсән, милли батырыбыҙ Салауат, яҡты йон­доҙобоҙ Рәми Ғарипов, моңло шағирыбыҙ Сафуан Әлибаев... Дан һиңә, шағирҙар иле, сәсәндәр ере!

Республикабыҙ юбилейына арналған милли-мәҙәни саралар әле генә тамамланмай. Фестиваль-марафондың байрағы Межгорье ҡалаһына тапшырылды.


Автор: Ләйсән СОЛТАНОВА
газета "Башкортостан"
  • Дан һиңә, шағирҙар иле, сәсәндәр ере!