Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Тылда ла һынатманылар

21 Июня 2019
16
0

Ул республика менән тиңдәш.

Малаяҙ ауылында йәшәгән Рауза Йомағужинаға 100 йәш тулды. Үкенескә ҡаршы, ветерандарыбыҙ­ҙың сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Шул иҫәптән тыл ветерандары ла күп ҡалманы. Рауза инәй – районыбыҙҙың иң оло һәм хөрмәтле кешеһе. 

Күп һынауҙарҙы үҙ иңендә күтәргән көслө быуын вәкиле Мәсетле ауылында тыуып үҫеп, мәктәпте тамамлай. Хеҙмәт юлы бик иртә башлана, ауыл клубында эшләй. Тап ошо мәлдә буласаҡ тормош иптәше Хәким Ҡунаҡхужа улын осрата. Әммә яңы ғына донъя ҡорған йәштәр ғаилә бәхетен татып та өлгөрмәй, һуғыш башлана. Ғаилә башлығы ауылда булған башҡа ир-ат менән яуға китә.

Рауза Харис ҡыҙы аслыҡ-яланғас­лыҡҡа, ауыр хеҙмәткә, һуғыш йылдары ауырлыҡтарына баш эймәй. Ул төрлө эштә төнгә ҡәҙәр тир түгеп, Еңеү көнөн яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә. Үкенескә ҡаршы, тәүге балалары Алис тиф менән ауырып, ни бары дүрт йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша.

Һуғыштан еңеп ҡайтҡан Хәким Ҡу­наҡхужа улы, хәләл ефетен үҙе менән алып китеп, әрмеләге хеҙмәтен дауам итә. Улар Белоруссияла йәшәп, 1953 йылдарҙа тыуған төйәгенә ҡайта. Сит ерҙә ике ҡыҙҙары Әнисә менән Рита донъяға килә, тыуған яҡтарында кескәйҙәре Рима тыуа. 

Һуғыштан һуң Йомағужиндарҙың ғүмерҙәре хаҡлы ялға сыҡҡансы намыҫлы хеҙмәттә үтә. Рауза Харис ҡыҙы райондың орлоҡ инспекцияһында, һуңынан ветеринария станцияһында эшләй. Хәким Ҡунаҡхужа улы финанс идаралығында үҙ эшен яратып башҡара. Өлгөлө ғаилә өс балаһын аяҡҡа баҫтыра, уларға лайыҡлы тәрбиә бирә. Өс ҡыҙҙары ла, атайҙарының эшен дауам итеп, бөгөн бухгалтер булып эшләй. 

Ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтергә тура килмәһен, 100 йәшлек Рауза Харис ҡыҙы бөгөн дә күңел көрлөгөн, зиһен теүәллеген юғалтмаған. Ул әле лә китап уҡый, район яңылыҡтары менән ҡыҙыҡһынып, “Башҡортостан”, “Йүрүҙән” гәзиттәрен алдыра. Иң мөһиме, ете ейәненә, биш бүләсәренә һәм ете бүләһенә бөгөн дә терәк булып, уларҙың шатлығына ҡыуанып йәшәй. Быуат ваҡиғаларына шаһитты ауылдаштары өлкән йәше өсөн генә түгел, кешелекле, кеселекле булғаны өсөн дә хөрмәт итә. 

Башҡортостан Республикаһы менән бер йәштәге хөрмәтле ағинәйгә яңыраҡ тантаналы рәүештә юбилей миҙалы ла тапшырылды. 

Салауат районы.
Автор: Лиана ВӘЛИУЛЛИНА
Газета "Башкортостан"
Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • Тылда ла һынатманылар