Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Форумда ҡатнашҡандарҙы ниҙәр ҡыуандырған?

14 мая 2021
2
2

Бөгөнгө “АРТ-Ҡоролтай”ға республикабыҙҙың бихисап төбәгенән төрлө мәҙәниәт учреждениеларында, ойошмаларында эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йыйылғайны. Улар төрлө темаларға арналған секциялар эшендә ҡатнашты.

 

Мәҫәлән, китапхана етәкселәре “Китапхананы нисек итеп барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы итергә?” тигән темаға лекция-осрашыу рәүешендә үткән әңгәмәләшеүҙә ҡатнашты; филармония, театр-концерт ойошмалары директорҙары “Заманса шарттарҙа театр-концерт ойошмалары эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре” тип аталған ижади лабораторияла булды; Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең халыҡ ижады үҙәге етәкселәре матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашты; мәҙәниәт ирекмәндәре, ирекмәндәр үҙәге етәкселәре “Терра-Башҡортостан” – мәҙәни ирекмәнлек биләмәһе” тигән форумда фекер алышты; Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина теләгәндәргә рус халыҡ йырын башҡарыу буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе.

 

Салауат районы Арҡауыл ауылындағы Рәми Ғариповтың йорт-музейы директоры Луиза Хәйретдинова “Тик-ток”та үҙеңде тап!” тигән фекерләшеү майҙанында ҡатнашҡан. Уға үҙенең бөгөнгө сара тураһында тәьҫораттары менән бүлешеүен һорап мөрәжәғәт иттек.

 

– Бөгөнгө ҡоролтай бик файҙалы, эшлекле мөхиттә үтте тип иҫәпләйем. Фольклориада ла бик матур уҙыр тип ышанабыҙ. Нимәгә ҡыуанып ултырҙыҡ, беләһегеҙме? Күп функциялы мәҙәниәт үҙәк иң беренсе беҙҙең Арҡауылда асылғайны. Ә хәҙер ошо проект бөтә Рәсәй буйлап тормошҡа ашырыла икән, бигерәк шатлыҡлы хәл!

 

Мин интернетта бик билдәле булған "Тик-ток" селтәре буйынса һөйләшеүҙә ҡатнаштым. Элек уны тик үҫмерҙәргә, йәштәргә тәғәйенләнгән майҙан тип ҡабул итә инем. Баҡһаң, “Тик-ток” аша ойошманың эшенә иғтибар йәлеп итергә, уны билдәлерәк итергә мөмкинлек бар. Әйтәйек, рәсми сайтҡа бөтә мәғлүмәтте лә ҡуйып булмай, ә бына “Тик-ток”ҡа үткәрелгән саранан видеояҙмалар, башҡа төрлөләрен һалып була, уларҙы халыҡ ҡыҙыҡһынып ҡарай, тимәк, иғтибар арта. Ошо яҡтан үҙемә асыш яһаным тиһәң дә була, – тине Луиза Хәбир ҡыҙы.

 

Салауат  районы хакимиәте мәҙәниәт идаралығының методик бүлеге мөдире, бер ыңғайҙан мәҙәни ял итеү үҙәге директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Светлана Вәлиева:

 

– Бөгөнгө ҙур, мөһим сараға килгәнемә бик шатмын. Башҡалар менән осрашыу, ҡаҙаныштар менән уртаҡлашыу, республикабыҙҙың мәҙәниәт өлкәһендә башҡарылған эштәр менән танышыу, күреү-ишетеү бик файҙалы булды. Мин “Ауыл мәҙәниәт йорттары эшмәкәрлеге: йолалар, проблема һәм перспективалар” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнаштым. Бында тәжрибә уртаҡлашып ҡына ҡалынманы, ә бөтә республика ауыл мәҙәниәт йорттарына хас проблемалар тураһында һөйләшелде. Уларҙы ниндәй юлдар аша хәл итеп була – Мәскәү ҡунаҡтары менән шул турала фекер алыштыҡ. Беҙгә ҡарата иғтибар һәр саҡ бар, ә әлеге форумдан һуң ул тағы ла артыр, мәсьәләләр хәл ителер тигән өмөттәбеҙ, – тип фекере менән уртаҡлашты.

 

Беренсе мәҙәни форумда ҡатнашҡан һәр кем артабанғы эштәренә дәрт, күңеленә илһам уты алып таралғандыр тигән ышаныстабыҙ.

 

Айрат Нурмөхәмәтов һәм автор фотолары.

Автор: Равиля Гатауллина
©газета Башкортостан 
  • Форумда ҡатнашҡандарҙы ниҙәр ҡыуандырған?