Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

“Май ҡуңыҙы болот булып оса...”

21 мая 2021
6
2
“Салауат районының Арҡауыл ауылынан яҙам. Быйыл беҙҙә май ҡуңыҙы күп. Кис еттеме, сәскә атҡан ағастарға һөжүм итә башлайҙар. Геүләп торған болот хасил була. Иң ҡурҡҡаныбыҙ – улар баҡсаға һәм буласаҡ уңышҡа насар йоғонто яһай. Ҡуңыҙҙарға ҡаршы нисек көрәшергә? Уларҙы нисек еңергә һәм уңышһыҙ тороп ҡалмаҫҡа? Ошо һорауға белгестәр яуап бирһен ине.
Венера ЮЛДАШЕВА.
Салауат районы, Арҡауыл ауылы”.

Эльма САҘИҠОВА, Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәге Башҡортостан буйынса филиалының үҫемлектәрҙе һаҡлау бүлеге мөдире:

– Май ҡуңыҙҙарының күпләп осоуы республиканың бөтә райондарында ла күҙәтелә. Быға ике шарт тәьҫир итте: һауа торошоноң ҡапыл йылытыуы һәм уларҙың үрсеү шарттары. Май ҡуңыҙы дүрт йылға бер үрсей. Ҙур ҡуңыҙ бер айҙан өс айғаса йәшәй һәм ошо арауыҡ эсендә ике-өс тапҡыр 25 – 30 йомортҡа һалып өлгөрә. Ҡарышлауығын һәр кем беләлер. Ер ҡаҙғанда йыш ҡына килеп сыға. Аҡ төҫтә, баш бармаҡ осондай, өс пар аяҡлы. Был ҡарышлауыҡтар ерҙә өс-дүрт йыл йәшәй.

Улар урманға ла, ауыл хужалығына ла ҙур зыян килтерә. Үҫемлектең тамырын ашап, тулыһынса киптерәләр. Айырыуса йәш ағастарҙы кимерәләр. Һөҙөмтәлә ағас үҫеүҙә тотҡарлана, ауырыуҙарға тиҙ бирешә.

Баҡсасылар йәш ағас тирәләй туҡранбаш, гәрсис, ҡуҙаҡлы культуралар ултыртып, үҙ ихаталарында ағастарҙы һаҡлау буйынса саралар күрә ала. Ҡарышлауыҡтар ошо үҫемлектәр бүлеп сығарған азотты яратмай. Баҡсала аҡтамырға ҡаршы көрәшергә кәрәк. Май ҡуңыҙы тап ошо үҫемлектә үрсей. Аҡтамырҙа шулай уҡ ҡаты ҡорт та рәхәтләнеп йәшәй. Йыш ҡына ағастар аҫтына сабылған үлән ташлап тороу ҙа ярҙам итәсәк. Туралған һалам, ағас онтағы инә ҡуңыҙҙарға йомортҡа һалырға ҡамасаулаясаҡ.

Ҡуңыҙҙарҙың һәм ҡарышлауыҡтарҙың төп дошманы – ҡоштар, терпеләр һәм һуҡыр сысҡандар.

Көҙгөһөн баҡсаны һәйбәт итеп ҡаҙырға кәрәк. Шул осраҡта ҡарышлауыҡ ҡышты сыҡмаҫ, туңыр. Пестицидтар ҡулланыу әллә ни файҙа килтермәйәсәк. Май ҡуңыҙҙары ашау яғынан бик һайлансыҡ.

Тиҙ арала ошо кәңәштәрҙе файҙаланһағыҙ, уңышығыҙҙы һаҡлап ҡалырһығыҙ.
Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне
©газета Башкортостан 
  • “Май ҡуңыҙы болот булып оса...”