Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Төньяҡ-көнсығыш райондары башҡорттары Салауат районының Лағыр ауылында йыйылды

29 апреля 2021
57
18

Салауат районының Лағыр ауылында бөгөн төньяҡ-көнсығыш төбәге – Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай райондары вәкилдәре йыйылды. Бында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына арналған зональ фәнни-ғәмәли конференция үтте. Фекер алышыуҙа төбәктең тарих уҡытыусылары, тыуған яҡты өйрәнеүселәре, район ҡоролтайҙары ағзалары, Салауат районы башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов, Өфөнән ғалимдар – тарих фәндәре докторҙары Нәзир Ҡолбахтин менән Иляна Йәғәфәрова, тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе Нурислам Ҡалмантаев ҡатнашты. Конференция башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевҡа арналды.

Лағыр ауылы мәктәбе директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ринат Ситдиҡов сығышында Салауат Юлаевтың шәжәрәһенә туҡталды, уның әсәһе сығышы менән Лағыр ауылынан булырға тейеш, тигән фараз белдерҙе. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт, 1816 йылғы етенсе ревиз яҙыуҙарына ярашлы, Лағыр ауылында ике йәшлек Салауат Юлаев теркәлгән. Мәғлүм буылыуынса, 1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң башҡорттарға Салауат исемен ҡушыу бөтөнләй тыйыла. Шуға ҡарамаҫтан, Юлай атлы башҡорт улына Салауат исемен ҡушҡан булып сыға. Был Салауат Юлаевтың вариҫтары Аҡбулатовтар әле Лағыр ауылында йәшәй.

Бынан тыш Лағыр ауылынан тыуған яҡты өйрәнеүсе Айрат Шәрипов, Ҡыйғы районынан Зәки Баишев, Сәриә Яруллина, Мәсетленән Гүзәл Ғилметдинова, хәрби тарих реконструкторы Эдуард Хәбибуллин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе Виктор Хәкимов һәм башҡалар сығыш яһаны. Докладтар барыһы ла Салауат Юлаев шәхесенә, 1773-75 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тарихына арналды.

Фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы, ваҡыты менән ҡатнашыусылар бәхәскә лә инде, күптәр үҙҙәре өсөн яңы мәғлүмәттәр асты. Урындағы йәмәғәтселәр сығышынан һуң Өфө ҡунаҡтары һүҙ алды.

Тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир Ҡолбахтин үҙенең яңыраҡ нәшер ителгән «Башҡорттар һәм 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт етәкселәре» исемле китабы менән таныштырҙы, ошо төньяҡ-көнсығыш төбәгенән 45-кә яҡын башҡорт полковнигы сығыуы, уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында мәғлүмәттең аҙ булыуы, тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең уларҙы тулыландыра алыуы тураһында һөйләне.

Шулай уҡ билдәле тарихсы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Мәҙәниәт буйынса эксперттар советы ағзаһы Иляна Йәғәфәрова сығышында тарихты өйрәнгәндә объектив булырға саҡырҙы, мәғлүмәттәрҙе төрлө яҡтан ҡарарға, төрлө сығанаҡтарҙан тикшерергә өндәне.

Тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты белгесе Нурислам Ҡалмантаев ҡоролтай алып барған эштәргә - Башҡорт тарихы йылына, Ырыуҙар йыйыны проектына туҡталып китте. Шулай уҡ Салауат Юлаев менән Ҡолой Балтасов шәхестәре, уларҙың тарихта тотҡан урыны һәм әһәмиәте тураһында бәйән итте.

Конференция һуңында уның резолюцияһы ҡабул ителде. Документҡа Янғантау геопаркына иғтибарҙы көсәйтергә, Салауат Юлаев тураһында заманса сифатлы кинофильм, балалар өсөн йәнһүрәт төшөрөргә, Әлкә ауылындағы Салауат Юлаев музейына нигеҙ һалыусы Тархан Сәғиҙуллиндың, күренекле телсе-ғалим Таһир Баишевтың исемдәрен мәңгеләштереү, көньяҡ-көнсығыш ырыуҙары йыйындарын уҙғарыу кеүек тәҡдимдәр индерелде.

Сара Башҡорт тарихы йылының штандарты — йыл эмблемаһы һәм Ҡыйғы, Салауат райондары гербы сигелгән туҡыманы Мәсетле районы ҡоролтайы вәкилдәренә тапшырыу менән тамамланды. Артабан штандарт төбәктәге башҡа райондарға күсә, һәр төбәк уға үҙ гербын беркетәсәк. Йылға йомғаҡ Ҡыйғы районында яһаласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төньяҡ-көнсығыш райондары хәрәкәте февраль айында башланған ине. Беренсе йыйылыш Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт ауылында үтте. Был хаҡта kurultai.ru сайтында яҙылғайны.

#ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #БашҡортТарихыЙылы #ГодБашкирскойИстории #СалауатРайоны #Лағыр #башҡорттар #башкиры

©Курултай

  • Төньяҡ-көнсығыш райондары башҡорттары Салауат районының Лағыр ауылында йыйылды
  • Төньяҡ-көнсығыш райондары башҡорттары Салауат районының Лағыр ауылында йыйылды
  • Төньяҡ-көнсығыш райондары башҡорттары Салауат районының Лағыр ауылында йыйылды