Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Фаилды онотмайҙар

9 апреля 2019
6
1

Тирмән урта мәктәбендә ауылдашыбыҙ Фаил Хажиморатов призына волейбол буйынса асыҡ турнир уҙғарылды.

Фаил Раил улына быйыл 50 йәш тулыр ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йәшләй генә беҙҙең аранан китеп барҙы. Фаил әүҙем тормош алып барҙы, спортты яратты, бигерәк тә волейбол ярыштарында оҫта уйын күрһәтә ине. Ауылды ныҡ яҡын күрҙе, мәктәпкә килгән һайын волейбол, футбол туптары бүләк итә торғайны. Яҡшы атай булды, ҡатыны Эльза менән дүрт бала тәрбиәләнеләр.

Ауылыбыҙҙың әүҙем йәштәре: “Фаил Раил улы онотолорға тейеш түгел”, — тип үҙҙәренең башланғысы һәм финанс ярҙамы менән Фаил Хажиморатов призына асыҡ волейбол турниры ойошторҙо. Әсәһе Сәмәрйә Иштуған ҡыҙы, ҡатыны Эльза Ҡәнзәфәр ҡыҙы саҡырылды. Тимербулат улы менән Наҙгөл ҡыҙы ла килгәйне.

Ярыш алдынан Зөфәр Зарипов, Эльза Хажиморатова, Илшат Шакиров, Фаил Раил улы тураһында һөйләп, яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Ауыл хакимиәте башлығы Миңтаһир Исрафилов турнирҙы асыҡ тип иғлан иткәс, ауылдың ике командаһы ярышты башлап ебәрҙе. Бөтәһе ете команда ҡатнашты: Арҡауыл, Малаяҙ, Мөрсәлимдән — икәү, Тирмәндән — өсәү. Ярыш көсөргәнешле уҙҙы. Мәктәптең хәрби әҙерлек уҡытыусыһы, баш судья Роберт Мөхәмәтов уйынды ғәҙел баһалап барҙы. Һөҙөмтәлә беренсе урынды — Мөрсәлим, икенсе урынды — Арҡауыл, өсөнсө урынды Тирмән ауылы командаһы алды. 

Турнирҙы ойоштороусылар еңеүселәргә ошо сараға махсус әҙерләнгән миҙалдар, маҡтау грамоталары, аҡсалата премиялар тапшырҙы. Мәктәптең волейбол командаһына футболкалар бүләк иттеләр. Рәүфә менән Рәдис Хажиморатовтар кафеларында тәмле төшкө аш әҙерләне. 

Фаилдың әсәһе улын онотмағандары өсөн бик ҡыуанды. Турнирҙа ҡатнашыусылар матур сара ойошторған егеттәр Роберт Хәсәнов, Зөфәр Зарипов, Анил Әлибаев, Илшат Шә­кировҡа, мәктәп директоры Л. Мөхәмәтоваға, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы М. Исра­филовҡа рәхмәт әйтеп, ярыштан, аралашыуҙан дәрт-дарман алып, бик ҡәнәғәт булып таралышты.

Салауат районы,
Тирмән ауылы.
Автор: Фәүзиә ШӘКИРОВА
  • Фаилды онотмайҙар