Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Салаватский район Республики Башкортостан

Байрамын балҡып ҡаршылай

26 апреля 2019
14
1

Тиҙҙән Малаяҙ мәсетенең ике тиҫтә йыллығын ҙурлап билдәләргә йыйыналар.

Иман йортоноң был юбилейы, әлбиттә, былтыр булған, шулай ҙа, төҙөклән­де­реүгә бәйле, байрам бер аҙ кисектерелгән.

“Мәсетте яңыртыу йәһәтенән һуңғы йылдарҙа байтаҡ эш башҡарылды. Мәрхәмәтле кешеләр ихлас булышлыҡ ҡылды, – ти райондың имам-мөхтәсибе Мөҙәрис хәҙрәт Фәрхиев. – Ғәжәп изге күңелле ҡәрҙәшебеҙ, уңған эшҡыуар Раян Әминевтең ярҙамы менән тәҙрәләр яңыртылды, ҡыйыҡ алмаштырылды, алтын көмбәҙле өр-яңы манара ҡуйылды. Йүнсел бинаны тыштан йылытыуға ла тотонғайны, үкенескә ҡаршы, вафат булып ҡуйҙы... Әммә ҡәрҙәшебеҙҙең изге эше туҡтап ҡалманы – уны ҡатыны, балалары дауам итте. Бинаны тыштан да, эстән дә йылытты улар. Аллаһ Тәғәләнең рәхмәте насип булһын үҙҙәренә!”

Мәсеттең ҡапҡаһы ла яңыртылған: эшҡыуар Шамил Ғәлимов тимерҙән яһап ҡуйған. 
“Әл-хәмдү лил-ләһ, иман йортобоҙ хәҙер заманса йыһазландырылған, йылы, уңайлы. Изге күңелле ҡәрҙәштәребеҙҙең ярҙамы менән ҙур байрамын шулай матур ҡаршылай ул”, – ти имам-мөхтәсиб.